Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Ғинуар , 10:25

“Беҙҙең көс – берҙәмлектә!”

Салауат районы башлығы Марс Кашапов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты хуплауын белдерҙе. Ул район халҡын тәләһә ниндәй провакацияларға бирелмәҫкә саҡырҙы.

“Беҙҙең көс – берҙәмлектә!”
“Беҙҙең көс – берҙәмлектә!”

"Рәсәй һәм уның төбәктәренең көсө һәр ваҡыт халыҡтар берҙәмлегендә һәм дуҫлығында булды. Радий Фәрит улы – көслө Башҡортостандың көслө лидеры! Уның менән беҙ хәҙергә һәм киләсәккә тулыһынса ышана алабыҙ!

Мин Башҡортостан Башлығын, уның Тыуған илебеҙҙең һәм уның халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ҡарашын тулыһынса хуплайым. Айырыуса илебеҙ бар донъяның көстәре менән осрашҡанда, беҙ берҙәм һәм сыҙам булып ҡалырға тейеш.

Бөгөн иңгә-иң терәп, тышҡы дошманды ғына түгел, эске ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығырға кәрәк. Провокацияға бирелергә ярамай. Илебеҙ өсөн ошо ҡатмарлы осорҙа беҙ теләһә ниндәй ыҙғыш-талашты бөтөрөргә һәм берләшергә тейешбеҙ. Беҙҙең көс берҙәмлектә! Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!" – тип яҙҙы Марс Фәррәх улы социаль селтәрҙәрҙә.

Башҡортостанда йәшәүселәр социаль селтәрҙә “Мин Радий Хәбиров менән” тигән флешмоб башланы. Бындай тәҡдим менән журналист, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, прозаик һәм шағир Мөнир Ҡунафин сығыш яһаны. Башҡа интернет-ҡулланыусылар ҙа уның идеяһын хуплап, флешмобҡа ҡушылды. 

#МинРадийХабировМенән#БерҙәмБашҡортостан#ЯZаРадияХабирова#ZаЕдиныйБашкортостан  

Фото: Марс Кашаповтың социаль селтәрҙәренән.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: