Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Ғинуар , 20:13

Башҡортостан халҡы Радий Хәбировты республиканы экстремизм күренештәренән һаҡлауын хупланы

20 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Дүртөйлө районы халҡы менән аралашты. Улар республика етәкселеген экстремистар менән көрәштә тулыһынса хуплауын белдерҙе.

Башҡортостан халҡы Радий Хәбировты республиканы экстремизм күренештәренән һаҡлауын хупланы
Башҡортостан халҡы Радий Хәбировты республиканы экстремизм күренештәренән һаҡлауын хупланы

– Был бөтәбеҙгә лә ҡағыла. Беҙ ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ, әммә төрлө милләт кешеләре берҙәм йоҙроҡ кеүек бергә тупланған. Ҡайһы бер көстәр, айырым экстремистар берҙәмлегебеҙҙе, дуҫ коллективыбыҙҙы юҡҡа сығарырға теләһә, уларҙы тамырынан бөтөрөргә кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Был мәсьәләлә һеҙҙе тулыһынса хуплайбыҙ һәм беҙҙә бындай күренештәр бөтөнләй булмаҫ, тип ышанабыҙ, – тине халыҡ. – Һуңғы ваҡиғаларҙы һыҙланыу һәм әрнеү менән күҙәтәбеҙ.

Радий Хәбиров бының өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Был хәл йылдар буйына килде. Мин «Башҡорт»* (Башҡортостандың Юғары суды ҡарары менән экстремистик ойошма тип танылған, уның эшмәкәрлеге Рәсәй биләмәһендә тыйылған) ойошмаһының ҡайһы бер етәкселәренә үҙ ваҡытында: «Мәҙәниәтте, йолаларҙы һаҡлап ҡалыу менән шөғөлләнергә теләһәгеҙ, әйҙәгеҙ, быны бергәләп эшләйек», – тинем. Ләкин уларға бөтөнләй башҡа нәмә кәрәк ине. Улар, асылда, экстремизм менән шөғөлләнде, 2020 йылда был ойошманы экстремистик тип танынылар, – тине Радий Хәбиров– Бынан һуң да улар тынысланманы. Бер ҙур булмаған төркөм бар, уларҙың икәүһе – сит илдә: береһе – Канадала, икенсеһе – Балтик буйында. Һәм улар унан Башҡортостандың Рәсәйҙән айырылыуына саҡыра, ә яңыраҡ ҡораллы бәрелештәр башлар өсөн партизан отрядтарын ойошторорға саҡыра башланылар. Был – һуңғы тамсы. Бындай хәлгә бер ҡасан да түҙмәйбеҙ, ҡаты эш итәсәкбеҙ.

Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре һәр саҡ тыныслыҡта йәшәне, тип билдәләне республика Башлығы. Бөгөн дә Ватаныбыҙҙы иңгә-иң терәп һаҡлайҙар.

– Республикала йәштәргә нимә барғанын аңлатырға кәрәк. Баймаҡтағы хәлде ҡаҡшатыусы кешеләрҙең кем икәнлеген алдан аңлатмауҙары насар, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер һөйләйәсәкбеҙ. Был һүҙҙе һирәк ҡулланам, ләкин сит илдәрҙән хәлде ҡаҡшатырға маташыусылар ысынында иһә хыянатсы.

Башҡортостан Башлығы рөхсәтһеҙ акцияла ҡатнашыусыларҙы көтөүе хаҡында ла һөйләне.

– Уларҙы хоҡуҡ һаҡлаусылар тота. Был  буласаҡ карьераға кәртә. Экстремистик статья йәки рөхсәтһеҙ сараларҙа ҡатнашҡан өсөн йәлеп ителгәндәр икән, уларҙың бер ниндәй ҙә киләсәге юҡ, тип иҫәпләгеҙ. Быны ла аңлатырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был барыбыҙ өсөн дә ҙур һабаҡ. Был сир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар. Мәғлүмәт киңлегендә етди ҡаршылыҡтар бара. Әммә һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш, тип иҫәпләйем. Республика Башлығы булараҡ, минең эшем – һеҙҙе ошо экстремистарҙан һаҡлауҙы тәьмин итеү. Һәм бында беҙгә тулыһынса хоҡуҡ һаҡлау органдары ярҙам итә. Иң мөһиме – йәмғиәт хуплай. Башҡортостанда кешеләрҙә – киҫкен ғәҙеллек тойғоһо. Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Был этапты тыныс ҡына үтербеҙ. Ваҡыт-ваҡыт беҙ абынабыҙ, ләкин бер ҡасан да йығылмайбыҙ һәм бирешмәйбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа бер республикала йәшәйбеҙ, бер-беребеҙҙе ишетергә һәм аңларға, уртаҡ тел табырға тейешбеҙ.

*«Башкорт»: 22.05.2020 решением Верховного суда Башкортостана организация «Башкорт» признана экстремистской, ее деятельность запрещена на территории России.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/174229.html 

Автор:Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: