Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Декабрь 2023, 17:52

Президент вазифаһына кандидаттың сайты эшләй башланы

Бөгөн Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путиндың сайты эшләй башланы.

Президент вазифаһына кандидаттың сайты эшләй башланы
Президент вазифаһына кандидаттың сайты эшләй башланы

Уның менән түбәндәге адрес буйынса танышырға мөмкин: https://putin2024.ru/ 

Сайтта кампанияның көндәлеге, кандидаттың биографияһы, ышаныслы кешеләр тураһында мәғлүмәт, һайлау алды штабы менән бәйләнеш һәм төбәк штабтарының адресы бирелгән.

Шулай уҡ кампанияның төп йүнәлештәре тураһында видеоматериалдар ҙа тәҡдим ителгән.

Бынан тыш, Рәсәйҙең һуңғы йылдарҙағы ҡайһы бер мөһим ҡаҙаныштары тураһында бүлек бар.

Сайтты Рәсәй IT-белгестәре командаһы әҙерләгән.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: