

Унда ил субъекттары - Саха (Яҡут) Республикаһы һәм Татарстандың Конституция советтары вәкилдәре ҡатнаша. Шулай уҡ сығыш яһаусылар араһында Мәскәү, Екатеринбург һәм башҡа ҡалаларҙың ғилми берләшмә вәкилдәре бар.
Унда ҡатнашыусылар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендәге конституцион өҫтөнлөктәрҙе, Конституция нормаларын һәм принциптарын тормошҡа ашырыу проблемаларын һәм перспективаларын, 2020 йылғы конституцион реформаны, яңы конституцион өҫтөнлөктәр күҙлегенән сығып кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлауҙы тикшерә.
Ойоштороусылар конференцияны конституционализм теоретиктары һәм дәүләт-хоҡуҡи төҙөлөш практиктары менән тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы, тип билдәләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы 1993 йылдың 24 декабрендәге БР Законы менән ғәмәлгә индерелде.
Владимир ЛЕОНТЬЕВ.
Фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы сайты.
"Республика Башкортостан" гәзите.