Сәйәсәт
16 Декабрь 2023, 04:00

1 ғинуарҙан кемдәрҙең пенсияһы арта?

Башҡортостандың Социаль фондында 1 ғинуарҙан кемдәрҙең пенсияһы артыуы хаҡында һөйләнеләр. Ведомствола белдереүҙәренсә, яңы йыл индексацияһы эшләмәгән граждандарҙың страховка пенсияларына ҡағыла. Түләүҙәр 7,5%  арта.

1 ғинуарҙан кемдәрҙең пенсияһы арта?1 ғинуарҙан кемдәрҙең пенсияһы арта?
1 ғинуарҙан кемдәрҙең пенсияһы арта?

Шулай уҡ билдәләнгән түләү арта, 1 ғинуарҙан ул 8134 һум була. Страховка пенсияһының дөйөм суммаһына ингән шәхси пенсия коэффициенты хаҡы ла 133,05 һумға тиклем күтәрелә.

Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, граждандарға уңайлы булһын өсөн индексация автоматик рәүештә башҡарыла, Соцфондҡа мөрәжәғәт итеү талап ителмәй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, страховка пенсияһы ҡартлыҡ, инвалидлыҡ буйынса йәки ҡараусыһын юғалтҡан осраҡта тәғәйенләнә.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас