

Матбуғат конференцияһының йомғаҡлау һорауына, хәҙерге Владимир Путин үҙен 2000 йыл өлгөһөндә нисек иҫкәртер һәм илгә ниндәй кәңәш бирер ине, президент бер минутҡа ла уйланмай яуап бирҙе.
- Нимәнән иҫкәртер инем? Үҙҙәрен беҙҙең партнерҙар итеп танытҡандарға ҡарата бер ҡатлылыҡтан һәм артыҡ ышаныуҙан. Беҙҙә барыһы ла емереләсәк, тип уйлаған кешеләр өмөтһөҙлөккә бирелгәндер, моғайын. Бер ни ҙә ҡолап төшмәне. Бөйөк рус, Рәсәй халҡына ышанырға кәрәк. Был ышаныста - Рәсәйҙең уңыш, тергеҙелеү, аяҡҡа баҫыу һәм үҫеш нигеҙе, - тип өҫтәне Владимир Путин.
"Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары" оҙайлылығы буйынса рекордлы булды. "Республика Башкортостан" гәзите бығаса хәбәр итеүенсә, президент дүрт сәғәттән ашыу ил журналистары һәм халҡы менән аралашты, тура эфирҙа 67 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Дөйөм алғанда, рәсәйҙәр Владимир Путинға ике миллион ярым самаһы һорау ебәргән.
Дмитрий ВОЛКОВ.
Фото: kremlin.ru
"Республика Башкортостан" гәзите.