

"Дошман ҙур контрһөжүм тураһында белдерҙе, ләкин бер ҡайҙа ла уның бер нәмәһе лә килеп сыҡманы", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
Шул иҫәптән бөгөн алыш барған Днепрҙың һул ярында ла. "Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙә унда санитар юғалтыуҙар: ике-өс кеше. Өс көн элек алты кеше яраланған. Дошмандарҙың иһә - тиҫтәләгән һәләк булыусылар", - тине Путин.
"ВСУ-ның хәрби хеҙмәткәрҙәре унда "утлы тоҡҡа" эләккән. Шул уҡ ваҡытта Украина командованиеһы унда элита, штурм отрядтары ебәрә һәм уларҙы юғалта. Киев яғынан был ахмаҡлыҡ һәм яуапһыҙлыҡ һәм тик сәйәси маҡсаттарҙа ғына эшләнә", - тине ил Президенты.
Бер үк ваҡытта Владимир Путин Рәсәйҙең махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе. «Вайымһыҙ булмаған граждандарыбыҙҙы туҡтатып булмай. Шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт», - тип билдәләне ил президенты.
Владимир ЛЕОНТЬЕВ.
Фото: видеотрансляциянан скриншот.