Сәйәсәт
14 Декабрь 2023, 15:20

Владимир Путин: "Ил бюджеты яңы төбәктәрҙән 170 миллиард һум алды"

Бөгөн, 14 декабрҙә, «Тура бәйләнеш» барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы төбәктәр бюджетҡа түләгән сумманы хәбәр итте.

Владимир Путин: "Ил бюджеты яңы төбәктәрҙән 170 миллиард һум алды"Владимир Путин: "Ил бюджеты яңы төбәктәрҙән 170 миллиард һум алды"
Владимир Путин: "Ил бюджеты яңы төбәктәрҙән 170 миллиард һум алды"

Дәүләт башлығы билдәләүенсә, Рәсәйҙең яңы төбәктәрен үҫтереүгә федераль бюджет йыл һайын бер триллион һумдан ашыу аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тота. Был уларға илдең иҡтисади һәм социаль өлкәһенә эҙмә-эҙлекле ҡушылырға ярҙам итәсәк.

«Яңы төбәктәр федераль ҡаҙнаға 170 миллиард һум аҡса түләгән дә инде. Был ошо төбәктәрҙең иҡтисады тергеҙелеүе һәм норматив хәлгә килеүе хаҡында һөйләй», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Бынан тыш, яңы төбәктәр Рәсәйҙең башҡа субъекттары менән хеҙмәттәшлекте яйға һала, был үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә 150 миллиард һум самаһы аҡса һалынған. Владимир Путин һүҙҙәренсә, ҡалған төбәктәр ҙә йөҙ миллиард һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй.

Нэдда ПУХАРЕВА.

Фото: видеотрансляциянан скриншот.

"Республика Башкортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас