Был иҫтәлекле дата Донецк, Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһы менән ҡушылыу көнө булараҡ билдәләнәсәк.
«Президент тарафынан индерелгән законды Дәүләт Думаһы өҫтөнлөклө тәртиптә ҡабул итте. Бөтә фракциялар ҙа был ҡарарҙы бер тауыштан хупланы», - тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин. Документ
«Ваҡиға ошо биләмәләрҙә йәшәгән халыҡтарҙың тарихи берлегенә нигеҙләнгән, граждандарҙың үҙ ихтыярын белдереү һәм үҙҙәренең сәйәси статусын ирекле рәүештә билдәләү, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫеш хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһе булып тора», - тип билдәләнә аңлатмала.
Тулыраҡ мәғлүмәт - Дәүләт Думаһы сайтында