Сәйәсәт
10 Сентябрь 2023, 09:56

Юлайҙан Тәнзир ағай иң тәүге булып тауыш бирҙе

Юлай ауылының иң өлкән кешеләренең береһе – 90 йәшлек Тәнзир Миндиәхмәт улы Вәлиев иң беренселәрҙән булып һайлау участкаһына килде.

"Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ, тип үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәргә килдем. Шундай ҙур саранан ситтә тороп ҡала алманым", – ти Тәнзир Вәлиев

Ауылдың абруйлы аҡһаҡалы урындағы 2777-се һайлау участкаһына улы Рәвис менән килде, тип хәбәр итте ауылдаштары.

Хеҙмәт ветераны ғүмер буйы колхозда комбайнсы, бригадиры булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Олоғайғансы Юлай ауылының имам-хатибы ла булды ул.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас