+30 °С
Болотло


Ауылдың иң оло ветераны бер һайлауҙан да ситтә ҡалмай. Ул – Урмансы ауылының берҙән-бер иҫән ҡалған тыл хеҙмәткәре лә. Һайлау комиссияһы Сәүиә апайҙы был юлы ла өйөнә барып тауыш бирҙерҙе.
– Донъялар имен булһын, депутаттар халыҡ өсөн эшләһен, ауылыбыҙ йәшәһен, – тип Сәүиә Аллаяр ҡыҙы изге теләктәр теләп ҡалды.
90 йәшлек хеҙмәт ветерандары Әҡлимә Хафизова, Нох Хәбибуллин да, йорттарында һайлап, комиссия ағзаларына рәхмәт белдерҙе.