Сәйәсәт
19 Июля 2023, 16:20

Радий Хәбиров Федераль казначейство етәксеһе Роман Артюхин менән осрашты

19 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөгә Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад органдарының коррупцияға ҡаршы форумында ҡатнашыу өсөн килгән Федераль казначейство етәксеһе Роман Артюхин менән осрашты.

Радий Хәбиров Федераль казначейство етәксеһе Роман Артюхин менән осраштыРадий Хәбиров Федераль казначейство етәксеһе Роман Артюхин менән осрашты
Радий Хәбиров Федераль казначейство етәксеһе Роман Артюхин менән осрашты

- Һеҙгә Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы форум үткәрергә ҡарар иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Емешле эшләү өсөн тейешле шарттар булдырырбыҙ, тип ышанам, - тине Радий Хәбиров. - Республика йылдам үҫешә, беҙ федераль дәүләт власы органдары менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итәбеҙ. Федераль бюджет линияһы буйынса төбәккә милли проекттар, инфраструктура һәм социаль программалар сиктәрендә байтаҡ аҡса килә. Был йәһәттән казначейство роле - бик юғары. Һәм беҙҙә эшлекле хеҙмәттәшлек яйға һалынған.

Осрашыуҙа республикала федераль бюджетты үтәү һөҙөмтәлелеге, аҡсаларҙы маҡсатҡа ярашлы тотоноуҙы контролдә тотоу һәм Башҡортостанда ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

- Республикаға тәүгә килмәйем. Уның яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күреү бик ҡыуаныслы. Төбәктең идара итеү командаһы көйлө эшләй, - тип билдәләне Роман Артюхин. - Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумын ойоштороуҙа ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Уның эше сиктәрендә бюджет саралары буйынса тулы асыҡлыҡ булыуын күрәбеҙ, уларҙы бүлеү һәм тотоноуға мониторинг системаһы аныҡ эшләй.

Радий Хәбиров Федераль казначейство етәксеһенә төбәк менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм быйыл Рәсәйҙең дәүләт финанс контроле органдары булдырылыуға 100 йыл тулыу менән ҡотланы. Ә 2023 йылдың февралендә республика Федераль казначейство идаралығының 25 йыллығын билдәләне.

 

Автор:Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте
Читайте нас