Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Май 2023, 11:05

Башҡортостандың иң айыҡ ауылдары бер нисә миллион һум аҡса алды

Кисә «Торатау» конгресс-холында уҙған «Яҡташлыҡ көсө» форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл - 2022 » республика конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырҙы. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2 майҙа, конкурстың йомғаҡлау ултырышында, 12 еңеүсе раҫланды. Положениеға ярашлы, улар халҡының иҫәбенә ярашлы номинациялар буйынса билдәләнде.  «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы еңеүселәре:

Башҡортостандың иң айыҡ ауылдары бер нисә миллион һум аҡса алды
Башҡортостандың иң айыҡ ауылдары бер нисә миллион һум аҡса алды

«Эре тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын — Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы;
II урын — Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы;
III урын — Йылайыр районының Юлдыбай ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын — Күгәрсен районының Бикбулат ауылы;
II урын — Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы;
III урын — Мәләүез районының Смаҡ ауылы.

«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын — Йәрмәкәй районының Бекетов ауылы;
II урын — Белорет районының Олойылға ауылы;
III урын — Бөрйән районының Исламбай ауылы.

«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын — Көйөргәҙе районының Кинйә-Абыҙ ауылы;
II урын — Ғафури районының Оло Үтәш ауылы;
III урын — Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылы.

Республика конкурсының бүләк фонды — 40 миллион һум. Алты миллион күләмендәге иң ҙур приз «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсегә бирелә. Башҡа номинацияларҙа еңеүселәргә 5, 4 һәм 3 миллион һум тапшырыла, сумма ауылдың ҙурлығына ҡарап бүленә.

«Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан республика етәксеһе гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-04/samye-trezvye-sela-bashkirii-poluchili-po-neskolko-millionov-rubley-3245942

Автор:
Читайте нас: