Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Декабрь 2022, 16:55

Александр Клебанов Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһына тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 5 декабрҙә Александр Клебановты Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһына тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Александр Клебанов Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһына тәғәйенләнде
Александр Клебанов Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһына тәғәйенләнде

Быға тиклем Александр Клебанов министр урынбаҫары ине.

Александр Клебанов 1976 йылдың 20 авгусында Мәскәүҙә тыуған. Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетын тамамлаған, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында ҡайтанан әҙерлек үткән.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда 1-се Мосстроймеханизация тресының 2-се механизация идаралығында слесарь булып башлай.

1992-2017 йылдарҙа коммерция ойошмаларында етәксе вазифаларын биләй.

2018-2021 йылдарҙа – Пермь крайы транспорт министрлығының транспорт хеҙмәтләндереүе идаралығы начальнигы.

2021–2022 йылдарҙа ­– Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: