Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Ноябрь 2022, 18:05

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы 2023 йылға республика бюджетын беренсе уҡыуҙа хупланы

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары беренсе уҡыуҙа «2023 йылға һәм 2024-2025 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» закон проектын ҡабул итте, тип хәбәр итә парламенттың матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы 2023 йылға республика бюджетын беренсе уҡыуҙа хупланы
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы 2023 йылға республика бюджетын беренсе уҡыуҙа хупланы

2023 йылға бюджет килеменең дөйөм күләме 265,1 миллиард һум, сығымдар 279,6 миллиард һум тәшкил итеүе күҙаллана.14,5 миллиард һум күләмендәге бюджет дефициты ҡаплау сығанаҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Республика бюджеты социаль йүнәлеше һаҡлана. Аҡсаның байтаҡ өлөшө бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, юл фонды, Республика адреслы инвестиция программаһын үтәү өсөн тотонола. Бюджет проектында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары ла бар.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: