Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Июнь 2022, 09:05

Ратмир Мәүлиев Өфө мэрияһында яңы кадрҙар тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев оператив кәңәшмәлә баш ҡала хакимиәтендәге кадрҙар үҙгәреше хаҡында белдерҙе.

Ратмир Мәүлиев Өфө мэрияһында яңы кадрҙар тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе
Ратмир Мәүлиев Өфө мэрияһында яңы кадрҙар тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе

Быға тиклем Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында эшләгән Владимир Бойко Өфө ҡала ветерандар советы рәйесе итеп һайланды. Ратмир Мәүлиев уның ветерандар һәм өлкән йәштәгеләр менән эшләү йәһәтенән ҙур тәжрибәгә эйә булыуын билдәләне.

Элина Дәминева — биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү идаралығы, ә Кирилл Никулин транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

«Һәр йүнәлеш ҡала тормошо өсөн мөһим»,  — тине Ратмир Мәүлиев.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, бынан алда Өфөнөң контроль идаралығы етәксеһе вазифаһын Агарагим Кагиргаджиев алды.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: