Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Март 2022, 14:50

Игорь Нурмөхәмәтов: “Бөгөнгө хәл-ваҡиғалар Донбасты яҡлау ғына түгел, ул – Рәсәйҙең киләсәген дә ҡурсалау”

Хәрби хеҙмәт ветераны, Рәсәй ДОСААФ-ның Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов БСТ каналындағы “Интервью”  тапшырыуында үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты

Игорь Нурмөхәмәтов: “Бөгөнгө хәл-ваҡиғалар Донбасты яҡлау ғына түгел, ул  – Рәсәйҙең киләсәген дә ҡурсалау”
Игорь Нурмөхәмәтов: “Бөгөнгө хәл-ваҡиғалар Донбасты яҡлау ғына түгел, ул – Рәсәйҙең киләсәген дә ҡурсалау”

Уның һөйләүенсә, Рәсәй Президенты хәрби операцияны тиктомалдан башлап ебәрмәгән. Был бик етди, алдан уйланылып эшләнгән ғәмәл. Бындай хәлде халыҡ анализлап, ике яҡлы тойғо кисерә: кәрәкме, юҡмы ине ошо операция. Уның фекеренсә, күпселек халыҡ был ҡарарҙы хупланы.

8 йыл Украина  үҙ милләттәштәрен ыҙа сиктерә. Быға нисектер вайымһыҙ ҡарарға булмай. Украина Ҡырымдың Рәсәйгә инеүенә кире ҡарашта булды. Был хәл Көнбайышҡа һәм АҠШ-ҡа оҡшаманы. Украиндар Ҡырымды ҡайтарабыҙ тип, Рәсәйгә ҡарата төрлө яманлыҡтар ҡылды, рус мәктәптәрен япты.  Уларҙың шундай ҡарашына ил башлығы яуапһыҙ ҡала алманы, тине ул.

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре хәрби операцияға әҙерме, тигән һорауға Игорь Нурмөхәмәтов былай тине:

– Эйе, улар тулыһынса әҙер. Әммә үкенескә ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар. Беҙҙең ғәскәрҙәргә халыҡты ҡырырға тигән бурыс ҡуйылмай, ә хәрби объекттарҙы, националистарҙы юҡ итеү.

Бөгөнгө хәл-ваҡиғалар Донбасты яҡлау ғына түгел, ул  – Рәсәйҙең киләсәген дә ҡурсалау. Рәсәй был хәрби операцияны башҡарып, үҙенең сиктәрен һәм дөйөм илебеҙҙең хәүефһеҙлеген дә һаҡларға ярҙам итәсәк, тине Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов.                                                                                                                       

Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас: