Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Октябрь 2021, 14:55

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сиктәрҙе аныҡлаясаҡ

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына «Рәсәй Федерацияһы субъекттары – Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе араһында сиктең урынлашыуын тасуирлау тураһында Килешеүҙе раҫлау тураһында» закон проекты индерелгән.

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сиктәрҙе аныҡлаясаҡ
Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сиктәрҙе аныҡлаясаҡ
«Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе араһындағы административ-биләмә сиге урынлашыуын тасуирлау эштәре тамамланды, – тине бының турала Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Артабан ике субъекттың да юғары вазифалы шәхестәре менән тейешлесә Килешеү төҙөлгән. Был документ Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе закондары тарафынан раҫланырға тейеш. Ике яҡтың да сик үтеүгә ҡарата бер-береһенә фекер айырымлыҡтары юҡ».

Республика һәм өлкә араһында сиктең дөйөм оҙонлоғо 1330 километр тәшкил итә. Ул урмандар, һыу ятҡылыҡтары буйлап үтә, өлөшләтә ауыл хужалығы ерҙәрендә урынлашҡан.

«Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының алты субъекты менән сиктәш. Әлеге ваҡытта уларҙың өсәүһе – Пермь крайы, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре менән сиктәр аныҡланған, – тине Константин Толкачев. – Бындай эш башҡа күршеләр менән дә алып барыла. РФ субъекттары араһындағы сиктең аныҡ тасуирламаһын булдырып, уның турала мәғлүмәтте Күсмәй торған милектең берҙәм дәүләт реестрына индереү хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы ябайлаштыра, һәм төбәктәрҙең инвестициялар йәлеп итеүенә булышлыҡ итә».
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: