Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Сентябрь 2021, 12:50

“Һайлауҙар һөҙөмтәһе Башҡортостанда тотороҡлоҡ һаҡланыуын күрһәтә”

Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса Салауат районының “Яҡтылыҡ” педагогик хеҙмәт ветерандары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Көнһылыу ҒӘЛИЕВА үҙ фекерен белдерҙе.

“Һайлауҙар һөҙөмтәһе Башҡортостанда тотороҡлоҡ һаҡланыуын күрһәтә”
“Һайлауҙар һөҙөмтәһе Башҡортостанда тотороҡлоҡ һаҡланыуын күрһәтә”

– Был һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының иң күпселек тауыш менән еңеп сығыуы илдә тотороҡлоҡ һаҡланыуын, халыҡтың ғәмәлдәге власҡа ышанысы көслө булыуын йәнә бер ҡат иҫбатлай. Әлбиттә, һайлауҙан һайлауға Коммунистар партияһы өсөн тауыш биреүселәрҙе лә хөрмәт итергә кәрәк, улар ҙа – илдең ысын патриоттары.

Әле үтмәгән Рәсәй парламенты һайлауҙары тураһында Европаның, әллә күпме аҡса сарыф итеп, ялған мәғлүмәттәр таратырға, бәйләнеш ресурстарына һөжүм итергә тырышыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең һайлауҙар ғәҙел үтте. Рәсәй көсө – берҙәмлектә, илебеҙ үҫеше хаҡына төрлө динле, милләтле, төрлө ҡарашлы халыҡты бергә туплауында.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың командаһы республикала һөҙөмтәле эшләй. Бөгөн республикала башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәр Радий Фәрит улының тырыш һәм тынғыһыҙ хеҙмәте ул. Кешеләрҙең талабына тиҙ иғтибарын йүнәлткән власть бығаса булманы. Етәксе командаһының эше яйға һалынған урында ғына мөһим һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул ителә. Республикала ыңғай миҫалдар күп ул, уларҙы күрә белергә генә кәрәк.

Фото: социаль селтәрҙәр.

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: