Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Февраль 2021, 12:00

7 меңдән ашыу алданған өлөшсө һәм 125 проблемалы объект иҫәпләнә

7 меңдән ашыу алданған өлөшсө һәм 125 проблемалы объект иҫәпләнә. Күпселеге Өфөлә һәм Өфө районында урынлашҡан, тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.

7 меңдән ашыу алданған өлөшсө һәм 125 проблемалы объект иҫәпләнә. Күпселеге Өфөлә һәм Өфө районында урынлашҡан, тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Былтыр Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды менән проблемалы төҙөлөш объекттарын берлектә финанслау механизмын индереү мөмкинлеге өсөн эш алып барҙы. Йыл йомғаҡтары буйынса, Фонд менән 62 объектҡа ҡарата мәсьәлә өйрәнелде, улар буйынса 3,5 меңдән ашыу өлөшсөнөң хоҡуҡтарын тергеҙеү планлаштырыла.

Фондтың Күҙәтеү советы 53 объект буйынса финанслау тураһында ҡарар ҡабул иткән. 19 объект буйынса граждандарға аҡсалата компенсация түләнә. 700-гә яҡын граждан түләү алған да инде.

2021-2023 йылдарҙа 34 объект төҙөлөп бөтөргә тейеш. Төҙөүсенең бурыстарын республиканың Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды үҙенә ала.

Федераль фонд менән берлектәге саралар барышында 2021 йылға ике меңдән ашыу зыян күргән өлөшсө иҫәпләнгән 31 проблемалы объект раҫланған. Улар – Өфөлә, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Шишмә, Иглин, Учалы, Стәрлетамаҡ райондарында.

Ошо объекттар буйынса 480 миллион һум күләмендә республиканан берлектә финанслау талап ителә, тип өҫтәне министр урынбаҫары.

«Сумма бөтә объекттарҙы төҙөүҙе тамамлау мөмкинлегенән сығып иҫәпләнгән, ләкин документтарҙы ҡараған ваҡытта фонд компенсациялар түләү мөмкинлеге тураһында мәсьәләне хәл итергә тейеш», — тине Артем Ковшов.

Читайте нас: