Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Сентябрь 2020, 20:03

«SOS, мәктәп төҙөлмәй»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дыуан районына эш сәфәре барышында Таҙтүбә ауылынан үткәндә машинаның тәҙрәһенән «SOS, мәктәп төҙөлмәй» тигән яҙыулы плакат тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп ҡалды һәм мәсьәләнең асылына төшөнөү өсөн туҡтаны.

Радий Хәбиров республика буйлап эш сәфәрҙәре ваҡытында йыш ҡына үҙенең маршрутын үҙгәртә һәм планлаштырылмаған урында туҡтай.
Бөгөн Дыуан районында ла шулай булды. Таҙтүбә ауылынан үткәндә республика башлығы машинаның тәҙрәһенән «SOS, мәктәп төҙөлмәй» тигән яҙыулы плакат тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп ҡалды һәм мәсьәләнең асылына төшөнөү өсөн туҡтаны. Аралашҡан ваҡытта уларҙың Таҙтүбә ауылында тамамланмаған мәктәп төҙөлөшөнә иғтибарҙы йүнәлтергә теләүе асыҡланды.
Радий Хәбиров был проблема менән таныш булыуын әйтте.
«Республика үҙ яғынан барыһын да эшләне, аҡса бүлде, проект әҙер ине, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, намыҫһыҙ подрядсы һайланған. Хәлде төҙәтербеҙ. Әйҙәгеҙ, аҙыраҡ түҙәйек, төҙөлөш өлкәһе өсөн яуаплы вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимов был мәсьәлә менән шәхсән шөғөлләнер. 2021 йылдың 1 сентябрендә мәктәп үҙ ишектәрен асыр. Мин бит һеҙҙә ике йыл элек булып киткәйнем, мәктәбегеҙҙе күрҙем, балалар һәйбәт өлгәшә. Ауыл халҡына ла ошо хаҡта аңлатығыҙ. Беҙ бөтәһен дә төҙәтербеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике йыл элек Башҡортостан башлығы тәүге эш сәфәрҙәренең береһендә Таҙтүбәлә 1974 йылда һалынған мәктәпте ҡараны һәм 120 урынлыҡ яңы корпус төҙөлөшөн 2020 йылға Республика адреслы программаһына индерергә ҡушты.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: