Урмансы ауылындағы 2789-сы участкала тауыш биреү бара. Унда барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күрелә. Комиссия ағзалары ишек алдында уҡ һайлаусыларҙың температураһын үлсәй, ҡулдарын антисептик менән эшкәртә. Битлек, бирсәткә һәм ручка биреп, тауыш бирергә үткәрә. Граждандың паспортын күрһәтеү, исемлеккә ҡултамға ҡуйҙырыу, бюллетен тапшырыуҙа дистанция һаҡлана. Һайлаусылар тауыш биргәс, икенсе ишектән сығарыла. Участкала иҙәнгә кешеләрҙең хәүефһеҙ хәрәкәтен билдәләгән ҡыҙыл һыҙаттар һалынған. Был саралар коронавирус сиренең таралыуын иҫкәртеү өсөн ойошторолған. Шулай уҡ һайлаусыларҙың именлеге өсөн тауыш биреү бер аҙна алдан, 25 июндән, башланды.