Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Март 2020, 12:47

Туған телдәр һаҡланһын

Конституцияла этномәҙәни һәм телдәр төрлөлөгө һаҡланыуына гарантия нығытылырға тейеш. Халыҡтың был тәҡдимде яҡлап сығырына һәм уның ошо Төп законға индереләсәгенә, артабан был статьяны тормошҡа ашырыу саралары күреләсәгенә ышанам. Тәғәйен әйткәндә, улар – туған телдәр буйынса дәүләт программаларын булдырыу, дәреслектәр эшләүҙе финанслау һәм бының буйынса ойоштороу сараларын башҡарыуҙы көсәйтеү. Был маҡсаттар дәреслектәрҙе заманса һәм ҡыҙыҡлы итергә тейеш.

Бөгөн Рәсәй Федерацияһының Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды эшләп килә, уны шулай уҡ үҫтереү һәм яңы йөкмәтке менән байытыу талап ителә.

Тарихи хәтерҙе ҡәҙерләү тураһындағы статьяны индереү ҙә бик мөһим буласаҡ. Миңә, әсәй һәм өләсәй булараҡ, Төп законда ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау тураһындағы статья индерелеүе үтә мөһим. Ә балаларҙың ата-әсәһе тураһында хәстәрлек күрергә тейешлеге хаҡындағы сара – беҙҙең борондан килгән башҡорт йолаһы.

Автор: Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары
Читайте нас: