Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Ғинуар 2020, 23:30

Ил Хөкүмәте отставкаға китте

Бының хаҡта Премьер-министр Дмитрий Медведев Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бөгөнгө Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенән һуң белдерҙе. Дәүләт башлығы уға икенсе вазифа тәҡдим итте. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Бының хаҡта Премьер-министр Дмитрий Медведев Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бөгөнгө Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенән һуң белдерҙе. Дәүләт башлығы уға икенсе вазифа тәҡдим итте.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Владимир Путин менән осрашҡанда, Президенттың бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәлә Конституцияны үҙгәртергә кәрәк, тигәне менән килешеп, ил Хөкүмәтенең тулы составта отставкаға китергә тейешлеген белдерҙе. Владимир Путин, Хөкүмәт ағзаларының эшенә рәхмәт белдереп, яңы министрҙар кабинеты төҙөлгәнсе, Хөкүмәткә шул составта эшләп торорға ҡушты. Президент Дмитрий Медведевты яңы булдырыласаҡ Именлек советы рәйесе урынбаҫары посына тәҡдим итте, тип хәбәр итә ТАСС. Был вазифала ул илдең оборона һәләтлелеге һәм хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы буласаҡ.
Һуңынан билдәле булыуынса, Владимир Путин Рәсәй Премьер-министры посына илдең Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустинды тәҡдим итте. Уның кандидатураһы иртәгә, 16 ғинуарҙа, Дәүләт Думаһында ҡараласаҡ.
Читайте нас: