Йүрүҙән
-6 °С
Болотло
Подписаться на Я.Новости
"Вконтакте"
"Одноклассники"
Телеграм-канал
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Октябрь 2019, 16:48
Башҡортостан Хөкүмәте яңырҙы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә республика оператив кәңәшмәһендә Хөкүмәттең яңы составын иғлан итте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә республика оператив кәңәшмәһендә Хөкүмәттең яңы составын иғлан итте.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә үҙе етәкселек итә. Радий Хәбировтың ике яңы беренсе урынбаҫары була. Улар –
Андрей Назаров һәм Илшат Тажетдинов.
Андрей Назаровтың төп бурысы –
республиканың 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында указда билдәләнгән хөкүмәттең милли проекттар
күрһәткестәренә өлгәшеү һәм маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәүҙе тәьмин итеү буйынса эшен координациялау. Илшат Тажетдинов республика Хөкүмәте аппаратын етәкләргә, уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен алып барырға һәм власть органдарының Хөкүмәт ҡарарҙарын үтәүен контролдә тоторға, республика проект офисын координацияларға тейеш.
Хөкүмәттә 7 вице-премьер була.
Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова, Борис Беляев
үҙ вазифаларында ҡалды.
Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов
Хөкүмәт премьер-министрының яңы урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнде.
Бер нисә министрлыҡ һәм ведомство атамаһын үҙгәртте
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров яңы указы менән республиканың яңы башҡарма власть органдары структураһын билдәләне.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы башҡарма органдары структураһына хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты, дүрт идаралыҡ, бер агентлыҡ һәм бер дәүләт инспекцияһы инә.
Шулай итеп,
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы туризм буйынса дәүләт комитетына бүленде.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығына әйләндерелде.
БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы, Мәғариф министрлығы – Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ республика” системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре
буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығына үҙгәртелде.
Социаль-иҡтисади үҫеш мониторингы буйынса дәүләт комитеты республиканың
Конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына әйләндерелде.
“Башинформ”.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде