Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Октябрь 2019, 18:39

Радий Хәбиров: Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең юбилейын лайыҡлы билдәләргә тейеш

2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. Илдә Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән ул Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде.

2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. Илдә Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән ул Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бөйөк Еңеүҙең юбилейына арналған республика ойоштороу комитеты ултырышында һуғыш ветерандарына ҙур иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләне. Башҡортостанда хәҙер 889 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 103 элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡоно, 324 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 103 блокадалы Ленинградта йәшәүсе, 23 788 тыл эшсәне һәм 9 784 һәләк булған һуғышта ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары иҫәпләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар йылдан-йыл кәмей бара.


Еңеүҙең юбилейына бөтә ветерандар ҙа торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров. Көндәлек ярҙамға мохтаж яңғыҙ фронтовиктар айырым иғтибар талап итә.



«Шулай уҡ һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҙмышын асыҡлау эшен дауам итергә кәрәк. Беҙҙә биш меңдән ашыу уҡыусы һәм студент эҙәрмән хәрәкәтенә йәлеп ителгән. 200 экспедиция ваҡытында 2 меңдән күберәк яугирҙең һөлдәһе табылған», — тине республика етәксеһе.

«Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Быйыл унда 400 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә «Үлемһеҙ полк»ты уҙғарыу буйынса айырым сценарий әҙерләргә ҡушты. Ул акцияла ҡатнашыусылар барған юлда мотлаҡ фронт йырҙары менән музыкаль оҙатыуҙы һәм ҙур булмаған концерт төркөмдәрен күҙ уңында тоторға тейеш.


Башҡортостан Башлығы иҫтәлекле урындарҙы, обелисктарҙы һәм һәйкәлдәрҙе тәртипкә килтерергә, яҡын-тирәне төҙөкләндерергә ҡушты, һәр муниципалитет башлығы был мәсьәләләрҙе үҙенең контроленә алырға бурыслы. Уның һүҙҙәренсә, ҡалалар һәм райондар 1 майға уҡ ялтырап торорға һәм таҙа булырға тейеш.



«Беҙ – уникаль республика, геройҙарға, легендар яугирҙәргә бик бай. Республикабыҙҙа Словенияла һәм Чехословакияла беҙҙең партизан отрядтарының легендар командирҙары Вафа Әхмәҙуллиндың һәм Даян Мурзиндың хәтерен мәңгеләштереү буйынса эш алып барылмай. Исемдәре Өфө һәм Башҡортостан менән бәйле бик күп күренекле шәхестәр бар. Атап әйткәндә, Советтар Союзы Геройы, генерал Дмитрий Карбышев, ул граждандар һуғышы йылдарында Өфөлә хәрби инженер булып хеҙмәт иткән, республикала уның хәтере мәңгеләштерелергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы йәнә бер тапҡыр Совет майҙанында легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласағын һәм беҙгә вариҫтар өсөн Бөйөк Ватан һуғышы яланында башын һалған яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын һаҡларға кәрәклеген әйтте.



«Бөйөк Еңеү – тотош илдең берләшеүе өсөн нигеҙ һәм беҙ 75 йыллыҡ юбилейҙы лайыҡлы үткәрергә бурыслы», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Читайте нас: