Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Август 2019, 08:25

Владимир Путин: Ипотека ни хәлдә?

Рәсәй Президенты кисә ВТБ банкының идара рәйесе Андрей Костин менән осрашты.ң#ПрезидентРФ #ПрезидентРоссии #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты кисә ВТБ банкының идара рәйесе Андрей Костин менән осрашты.


Владимир Путин банкирҙан эскроу-иҫәпте ҡулланыу (современный расчетный и одновременно обеспечительный инструмент, предоставляющий возможность защитить интересы обеих сторон при расчетах по сделке) тураһында һорашты.


Эйе, шундай система 1 июлдән ғәмәлгә инде.


Костин белдереүенсә, улар әлегә эштең ыңғай яғын ғына күрә. Банкта алты миллиард суммаға 1500 эскроу-иҫәп асылған. Уларҙың һаны йыл аҙағына 25 меңгә етәсәк, ти банк етәксеһе.


- Ә дөйөм алғанда, ипотека үҙен нисек тоя, һеҙҙеңсә? - тип һораны Президент.

- Ипотека үҙен яҡшы тоя. "Һабын ҡыуығы" күренмәй. Банктың ипотека портфелендә 1,5 триллион һум аҡса. Йылдың тәүге яртыһында тағы 130 мең тирәһе яңы кредит бирҙек, - тип яуапланы банкир.
Читайте нас: