Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Март 2019, 14:11

Радий ХӘБИРОВ: “Башҡортостан киләһе 100 йыллыҡҡа ышаныслы инә”

Өфөлә Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы тантаналы билдәләнде

100 йыл элек беҙҙең төбәк Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте менән Башҡорт Совет Автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған беренсе республика булып ил тарихына инә. Документ матбуғатта 1919 йылдың 23 мартында баҫылып сыға. Совет заманында тап ошо дата БАССР-ҙың тыуған көнө тип билдәләнә.

Башҡортостандың 100 йыл­лығы менән республика халҡын Рәсәй Президенты Владимир Путин, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ҡотланы.

Юбилей тантанаһы 23 мартта Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Сараға Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары, Дәүләт Думаһы депутаттары, дипломатик учреждение башлыҡтары саҡы­рылғайны.

«Был – илебеҙ өсөн дөйөм байрам. Башҡортостан Рәсәйҙең терәк төбәге булып тора. Башҡортостандың күп быуын вәкилдәре үҙҙәренең ватандаштары менән бер рәттән Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған, билдәле төҙөлөштәрҙә хеҙмәт иткән, ҡалаларҙы, ауылдарҙы тергеҙгән, завод-фабрикалар төҙөгән. Яҡташтарыбыҙҙың хәрби батырлыҡтарын онотмайбыҙ, улар араһында 278 Советтар Союзы Геройы бар, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың бер быуатлыҡ юбилейына арналған тантаналы йыйылыштағы сығышында. – Халҡыбыҙҙың тырыш хеҙмәте менән аграр төбәктән илдең сәнәғәт тармағы үҫешкән алдынғы республикаларының береһенә әүерелдек.

Бөгөн беҙ Башҡортостандың үтеп барған 100 йыллығына «рәхмәт» әйтәбеҙ. Яңы 100 йыллыҡты асабыҙ, Башҡортостандың икенсе быуатын сәләмләйбеҙ! Ул республика һәм дөйөм йортобоҙ – Рәсәй өсөн «алтын быуат» булырына ихлас ышанабыҙ!».

Радий Хәбиров һүҙ­ҙәренсә, бөгөн республиканың киләсәге, Башҡор­тос­тандың киләһе быуатҡа нисек аяҡ баҫыуы хаҡында уйларға кәрәк.

«Был тиҫтәләрсә юғары технологиялы предприятиелар булыр, республика үҙенең мәктәптәре һәм университеттары менән ғорурланыр, Гарвард һәм Йель профессорҙары беҙҙең университеттарҙа вакансиялар эҙләр. Беҙ юғары технологиялы медицина үҙәктәре менән ғорурланырбыҙ, уларҙа оҫта табип­тар уникаль опера­циялар эшләр, беҙгә Израиль, Швей­цария һәм башҡа көнбайыш дәү­ләт­тәренән па­циенттар дауа­ла­нырға килер. Ә Континенталь хок­кей лигаһында Гага­рин кубогын уҙға­рырғамы, юҡмы икәнлеге тураһында уйлана башларҙар, сөнки «Салауат Юлаев» күп йылдар буйына ошо кубокты алыр. Иң мөһиме, республикабыҙ йәмле һәм уңайлы булһын, халҡыбыҙ Башҡортостанда йәшәүе менән ғорурланһын, «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән принцип буйынса йәшәһен», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе үҙенең һәм командаһының Башҡортостандың ҡеүәтен арттырыу өсөн барыһын да эшләйәсәген белдерҙе.

«Әлбиттә, мин үҙемә бер аҙ хыялланырға рөхсәт иттем. Шулай эшләргә кәрәк тип иҫәпләйем. Сөнки хыял – буласаҡ маҡсаттың образы, уға ирешеү планы. Беҙгә, хөрмәтле коллегалар, республиканың икенсе 100 йыллығының тәүге биттәрен яҙыу бәхете тейҙе. Уға башыбыҙҙы ғорур күтәреп, таҙа күңел һәм изге уй-теләктәр менән аяҡ баҫабыҙ. Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар! 100 йыллыҡ юбилейың менән, тыуған республикам. Алға, Башҡортостан!».

Байрам концертында сәнғәт оҫталары Асҡар Абдразаҡов, Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө ҡатнашты. “Голос. Дети” телешоуы финалсылары араһында Янғантауҙан Наҙгөл Отузова ла (һүрәттә) сығыш яһаны. Милли симфоник, Милли халыҡ инструменттары оркестрҙары, Дәүләт академия хор капеллаһы, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеү ансамбле ҙур концертта Башҡортостандың данлы һәм бөйөк бер быуатлыҡ тарихын сағылдырҙы.
Читайте нас: