Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Ноябрь 2018, 14:26

Халыҡ интернетта нимәгә зарлана?

Радий Хәбировҡа социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итергә була Республика етәкселеге хәҙер социаль селтәрҙәр аша халыҡтың кәйефен, ҡәнәғәтһеҙлеген билдәләй. Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә ошо эште күҙәтеп барыусы һәм граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡараусы эшсе төркөм барлыҡҡа килде. Чиновниктарға Интернетта үҙҙәренең шәхси биттәрен асырға ҡушылды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Инстаграм”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә яҙмаларын алып бара. Уның постары аҫтына кешеләр үҙҙәренең төрлө үтенестәрен яҙа. Республика етәксеһе Хакимиәтенең эшсе төркөмө белгестәре һорауҙарҙы, әлбиттә, уларҙың иң мөһимдәрен һәм дөйөм халыҡ мәнфәғәтенә ҡағылғандарын, контролгә алып, муниципалитеттар, яуаплы ведомстволар, ойошмалар ҡарамағына юллай, аныҡ хәл итеү талабын ҡуйып (“отписка”лар ҡабул ителмәй), уның үтәлешен күҙәтеүҙә тота. Яңыса алым “Инцидент-менеджмент” системаһы, тип атала. Был система нисек эшләй? Тулыраҡ...

Республика етәкселеге хәҙер социаль селтәрҙәр аша халыҡтың кәйефен, ҡәнәғәтһеҙлеген билдәләй. Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә ошо эште күҙәтеп барыусы һәм граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡараусы эшсе төркөм барлыҡҡа килде. Чиновниктарға Интернетта үҙҙәренең шәхси биттәрен асырға ҡушылды.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Инстаграм”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә яҙмаларын алып бара. Уның постары аҫтына кешеләр үҙҙәренең төрлө үтенестәрен яҙа. Республика етәксеһе Хакимиәтенең эшсе төркөмө белгестәре һорауҙарҙы, әлбиттә, уларҙың иң мөһимдәрен һәм дөйөм халыҡ мәнфәғәтенә ҡағылғандарын, контролгә алып, муниципалитеттар, яуаплы ведомстволар, ойошмалар ҡарамағына юллай, аныҡ хәл итеү талабын ҡуйып (формаль яуаптар, йәғни “отписка”лар ҡабул ителмәй), уның үтәлешен күҙәтеүҙә тота. Был яңыса алым “Инцидент-менеджмент” системаһы, тип атала.
Салауат районы хакимиәтенең кадрҙар һәм биләмәләр менән эшләү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Сәфиуллинаның әйтеүенсә, мөрәжәғәттәр килгәс, уларға яуапты тейешле хеҙмәттәр әҙерләп, уны “WhatsApp” мессенджерындағы рәсми төркөмгә ҡуялар. Шулай уҡ һорау биреүсенең үҙенә лә ебәрәләр.
"Инцидент" системаһы күҙәтеүенә эләккән ялыу-мөрәжәғәттәргә ошо йүнәлеш буйынса яуаплы етәкселәр өс сәғәт эсендә иғтибар итергә тейеш, сетерекле мәсьәләне хәл итеүгә 24 сәғәт ваҡыт бирелә. Әгәр проблеманы тиҙ арала хәл итеп булмай икән, ошо хаҡта хәбәр ителеүе мөһим. Булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү хаҡында етәкселәр 8 көндән һуң мөрәжәғәт итеүсе кешегә еткерергә бурыслы. Халыҡ зарына ҡолаҡ һалмаған түрәләргә ҡарата тейешле саралар күреләсәк. Радий Хәбиров етәкселегендәге республика власының маҡсаты - йәмғиәттә ғәҙеллек урынлаштырыу, берҙәм мәғлүмәт сәйәсәте булдырыу.

(Радий Хәбировҡа социаль селтәрҙәр аша Салауат районы халҡы ниндәй һорауҙар бирә? "Йүрүҙән" гәзитенең бөгөн, 27 ноябрҙә, сыҡҡан 95-се һанында уҡығыҙ).


Читайте нас: