Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Ноябрь 2018, 19:19

Радий Хәбиров төньяҡ-көнсығышта булды

– Тап Мәскәүҙәге һымаҡ, – тип баһаланы Радий Фәрит улы, башҡа муниципалитеттарға ла пациенттарҙы ҡабул итеүҙең яңы системаһын индерергә кәрәклеген белдереп. Радий Хәбиров Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының яңы төҙөлгән регистратураһын ҡараны.10 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беҙҙең районға килде. Республика етәксеһе төньяҡ-көнсығышҡа эш сәфәре барышында, Мәсетле, Дыуан райондарында булғандан һуң, Салауат районының Мөрсәлим, Лағыр һәм Малаяҙ ауылдарының социаль объекттары торошо менән танышты. Республика етәксеһе Малаяҙҙа дауахананың эшен баһаланы,Мөрсәлимгә мәҙәниәт йорто төҙөргә ҡушты.

10 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беҙҙең районға килде. Республика етәксеһе төньяҡ-көнсығышҡа эш сәфәре барышында, Мәсетле, Дыуан райондарында булғандан һуң, Салауат районының Мөрсәлим, Лағыр һәм Малаяҙ ауылдарының социаль объекттары торошо менән танышты.

Радий Хәбиров Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының яңы төҙөлгән регистратураһын ҡараны. Райондың баш табибы Нурғәли Бикбулатов менән уның урынбаҫары Валерий Шапочкин күптән түгел генә сафҡа ингән объект менән таныштырҙы. “Һаҡсыл поликлиника” форматы буйынса эшләй башлаған пациенттарҙы теркәй торған урын заманса йыһазландырылған иркен, яҡты бинала урынлашҡан. Электрон теркәү, инфомат, табиптарға яҙылыу таблоһы дауаханаға сиратты кәметергә булышлыҡ итә. Регистратурала ун тәҙрәлә хеҙмәтләндерәләр, шул иҫәптән Колл-үҙәк белгестәре лә бында ултыра. Ишектән инәһең дә, терминалдан үҙеңә кәрәкле табипҡа талон алып, саҡырыуҙарын ғына көтәһең. Поликлиника мөдире Надежда Дмитренко әйтеүенсә, бындай ҡалалағыса шарттар Өфө дауаханаларының береһендә генә бар, ә ауыл райондары араһында тәүләп беҙҙә булдырылған һәм уның өҫтөнлөгөн дауалау учреждениеһына килеүселәр тойоп өлгөргән дә инде.

– Тап Мәскәүҙәге һымаҡ, – тип баһаланы Радий Фәрит улы, башҡа муниципалитеттарға ла пациенттарҙы ҡабул итеүҙең яңы системаһын индерергә кәрәклеген белдереп.

Беҙҙең район дауаханаһы табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән яҡшы кимәлдә тулыландырылған. Хакимиәт башлығы Марс Кашапов бөгөн райондан медицина уҡыу йорттарында маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ҡырҡтан ашыу студент белем алып йөрөүе һәм улар киләсәктә барыһы ла эшкә ҡайтасағы хаҡында әйтте. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров урындағы район етәксеһенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһенә иғтибарлы булырға, йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, уларҙың башҡа көнкүреш проблемаларын хәл итешеүҙә ярҙам итергә тейешлеген билдәләне.

Дауахана поликлиникаһының беренсе ҡатында ла булдылар. Бинаға капиталь ремонт талап ителә: ишектәрҙе алмаштырырға, стеналарын, түбәһен, иҙәндәрен яңыртып эшләргә кәрәк. Радий Фәрит улы быны Хөкүмәткә еткерәсәген әйтеп, эште район ҡаҙнаһы менән берлектә финанслау шарттарында башҡарырға тәҡдим итте. Республика етәксеһенә шулай уҡ дауахананың балалар поликлиникаһын, хирургия бүлеген дә күрһәттеләр. Ул медперсонал, пациенттар менән аралашты.

Мөрсәлим ауылында Радий Хәбиров тәүҙә “Боксит” йәмғиәтенең ағас тейәп оҙатыу майҙансығында булды. Транспорт-логистик үҙәгендә бар төньяҡ-көнсығыштан килтерелгән ағасты Өфөнөң ағас эшкәртеү предприятиеларына тимер юлы аша ебәрәләр. Ойошма директоры Радик Хәмитов йөктө ҡулланыусыға алып барып еткереүҙә ҡыйынлыҡтар булыуын белдерҙе. Йәмғиәткә айына ун вагон оҙатырға кәрәк, был хеҙмәттең хаҡы ҡиммәткә төшә. Төбәк Башлығы вазифаһын башҡарыусы Хөкүмәткә Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән һөйләшергә ҡушасағын әйтте. Мәғлүм булыуынса, “Боксит” предприятиеһы цемент заводтары өсөн Первомайский ауылы эргәһендәге балсыҡ карьерынан сеймал сығара.

Район етәкселеге Радий Хәбировҡа Мөрсәлимдең клубын да күрһәтте. Мәктәп балалары унда “Өс айыу” ҡурсаҡ театры спектакле менән ҡаршы алды. Улар репетиция үткәргән мәлгә тура килде ҙур ҡунаҡтарҙың килеүе. Тамашаны күҙәткәс, республика етәксеһе балалар менән ихлас аралашты, мәҙәниәт йорто мөдире Тәнзилә Шәйхитова менән һөйләште. Бындағы бәләкәй генә бүлмәләрҙә мәктәп уҡыусыларынан тыш өлкәндәр ҙә шөғөлләнә. Ауыл биләмәһе башлығы Альберт Садиҡов һөйләүенсә, 1895 йылда тимер юлы төҙөгәндә бында эшселәр өсөн торлаҡ һалынған булған, шул бина уҙған быуаттың 70-се йылдарында клубҡа әйләндерелгән, ул бөгөнгө талаптарға бөтөнләй яуап бирмәй. Радий Фәрит улы Мөрсәлим ауылына яңы мәҙәниәт йорто төҙөлөшөнә 50 млн. һум аҡса бүленәсәгенә ышандырҙы. Иң мөһиме, проекты эшләнеп, ул экспертиза үткән. Төҙөлөш киләһе йылға башланып, йыл һуңына тиклем Мөрсәлимдә заманса социаль-мәҙәни үҙәк ҡалҡып сығырға тейеш.

Лағыр ауылында Радий Хәбиров Боксит коррекция мәктәп-интернаты менән танышты. Учреждение директоры вазифаһын башҡарыусы Әлфиә Нурмөхәмәтова бында республиканан бөтәһе 55 бала тәрбиәләнеүе, улар туғыҙҙы бөткәс, урта махсус уҡыу йорттарында артабан белем алыуҙары хаҡында һөйләне. Мәктәптә балаларға уҡыу, йәшәү өсөн бар шарттар тыуҙырылған. Радий Фәрит улы интернатта тәрбиәләнеүселәр, педагогтар менән аралашты, уҡытыуҙың ҡулайлы варианттары хаҡында фекер алышты.
Читайте нас: