Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
25 Август 2025, 12:08

Өфөгә «Еңеү» орденын алып килделәр

Был Башҡортостандың Милли музейындағы «Армия мәҙәниәте» күргәҙмәһенең иң ҡиммәтле, һирәк экспонаттарының береһе. Экспозиция Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә асылды.

Өфөгә «Еңеү» орденын алып килделәр
Өфөгә «Еңеү» орденын алып килделәр

Еңеү ордены Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең үҙәк музейы (ЦМВС) тарафынан бирелгән. СССР-ҙың юғары хәрби ордены хәрби етәкселәргә хәрби операцияларҙы уңышлы үткәргән өсөн тапшырыла. Бөтәһе 20 награда тапшырылған һәм 17 орден кавалеры була (өсәүһе ике тапҡыр бүләкләнә). Музейҙа биш «Еңеү» ордены һаҡлана: Георгий Жуков, Александр Василевскийҙың икешәр ордены һәм берәүһе – Родион Малиновскийҙыҡы. Армия мәҙәниәте көндәрендә ошо наградаларҙың береһен БР Милли музейында ғына күрергә мөмкин.

Шулай уҡ, күргәҙмәлә Еңеү Байрағының күсермәһе, артистарҙың сәхнә костюмдары, наградалар һәм башҡа «мәҙәни фронттағы» ҡаҙаныштарҙы шаһитлаған әйберҙәр ҡуйылған.

– Был көндәрҙә беҙгә айырыуса күп кеше килде, — тип һөйләне тарих бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Лариса Рамазанова. – Бигерәк тә, Рәсәй ҡалаларынан, айырым әйтеп үткәндә, Воронеж, Тула, Ырымбурҙан бик күп ҡунаҡтар булды. Урта йәштәгеләр, йәштәр, уҡыусылар килә. Барыһы ла тарих менән ныҡ ҡыҙыҡһына.

“Ҡырымдан килгән ҡунаҡтар бик шат. Ошондай танып белеү экскурсияһы өсөн рәхмәт. Бик күп яҡлы һәм ҡыҙыҡлы, ныҡ оҡшаны», – тип фекерен яҙып ҡалдырған Елизавета.

Ҡыйғы районынан Илһам да килеүенә бик шат:
– Бөйөк Ватан һуғышы, батырлыҡ, бөйөк Еңеүебеҙ хаҡында материалдар айырыуса һоҡландыра. Музейҙы үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт.

Форумдың матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас