Хөрмәтле, ҡәҙерле, һоҡланырлыҡ әсәйебеҙ, һуғыш осоро балаһы, Йәнгирова Вазифа Хәбир ҡыҙы, 15 августа 90 йәшлек юбилейын ҡаршы ала.
Әсәйебеҙ Ҡалмаҡтар ауылында тыуып үҫә. Бала, үҫмер саҡтары ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тап килә. Хеҙмәт юлын бик иртә башлай ул. Әсәһе Хәтирә Ғилман ҡыҙы фермалағы ауыр эштән өҙлөккәс, 7-се класта уҡып йөрөгәндә, уҡыуын ташлап, колхозда һарыҡ көтә башлай, сөнки ул ғаиләлә берҙән-бер туйындырыусы була.
1956 йылда Ҡалмаҡтар ауылының сибәр, бар эшкә, йыр-бейеүгә маһир егете Әнүәр Мансур улы менән ҡауышып, донъя көтә башлайҙар, матур итеп өй һалып сығалар. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Гөлсөм, Факиһа, улдары Илдар тыуа. Уларҙы тәрбиәләп, тейешле белем биреп, тормош юлына баҫтыралар. Тик атайыбыҙ ҡаты сирҙән 58-се йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте. Әсәйебеҙ колхозда ирҙәр менән бер рәттән эшләй, тырышлығы, ныҡлы ихтыяры һәр саҡ уны тормош юлынан оҙата бара. Үҙ бурысына һәр ваҡыт яуаплы ҡарай, бар көсөн һалып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.
Намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бер нисә рәттән ауыл советы депутаты итеп һайлана, бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, аҡсалата премиялар менән бүләкләнә, Социалистик ярыштар еңеүсеһе лә була, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ.
Әсәйебеҙ, олпат йәшенә етеүенә ҡарамаҫтан, тормошҡа һөйөүен һаҡлап ҡалған бик яҡты, изге кеше булып ҡала.
Йәй көндәрендә үҙ өйөндә донъя көтөп, баҡсаһында еләк-емеш, сәскәләр үҫтерә.
Ҡәҙерле әсәйебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы – 90 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, тормошҡа һөйөү һине бер ҡасан да ташламаһын, тип теләйбеҙ. Һәр көн һаулыҡ, шатлыҡ, көс һәм күңел тыныслығы бүләк итһен. Һиңә оло ғүмер байрамыңда мең рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Гөлсөм Ҡотошкина.
Ҡалмаҡтар ауылы.