Еңеүгә - 80 йыл
20 Июнь 2025, 13:30

Өфөлә Хәтер көнөндә телебашняны яҡтыртасаҡтар

22 июндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу йыллығына, РТРС филиалының телебашняһы яҡтыртыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Хәтер көнөндә телебашняны яҡтыртасаҡтарӨфөлә Хәтер көнөндә телебашняны яҡтыртасаҡтар
Өфөлә Хәтер көнөндә телебашняны яҡтыртасаҡтар

Өфөләге телебашняның яҡтылыҡ панноһында янған шәм һүрәте фонында "22 июнь — Хәтер һәм ҡайғы көнө" һәм "Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған" тигән яҙыуҙар барлыҡҡа киләсәк.

Яҡтыртыу урындағы ваҡыт менән 22.40 сәғәттән 24.00 сәғәткә тиклем буласаҡ, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" баҫмаһы РТРС-тың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә һылтанып.

Фото: РТРС.

Автор:Айдар Нугаманов