Бер минут тынлыҡ 22 июндә бөтә ил буйынса бер үк ваҡытта үтәсәк. Ул Мәскәү ваҡыты буйынса 12.15 сәғәттә иғлан ителәсәк. "Республика Башкортостан" гәзите хәбәр итеүенсә, акцияла халыҡтың 80 проценты ҡатнашыр тип көтөлә. Тормош бер минутҡа туҡталасаҡ кешеләр баш эйәсәк һәм егерменсе быуаттың иң ҡан ҡойошло һуғышын кисергән туғандарын һәм яҡындарын иҫкә аласаҡ.
Был ваҡытҡа телевидение һәм радио, кабель каналдары тапшырыуҙары, сауҙа үҙәктәрендә кассалар эше туҡтала, йәмәғәт транспорты һәм шәхси автомобилдәр хәрәкәте, предприятиеларҙа эш туҡтатыла.
Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында 22 июндә шулай уҡ "Хәтер шәме" акцияһы ла үтәсәк.
Фото: Альберт Заһиров.