Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 09:22

МХО ветерандары Еңеү көнөнә арналған шиғыр уҡыны

Махсус хәрби операция ветерандары, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан буйынса филиалының социаль координаторҙары Эдуард Голодько, Шамил Ғәлимйәнов Һәм Олег Мөфтәхетдинов Еңеү көнөнә Эдуард Асадовтың "Россия начиналась не с меча!" шиғырын уҡып ишеттерҙе.

МХО ветерандары Еңеү көнөнә арналған шиғыр уҡыны
МХО ветерандары Еңеү көнөнә арналған шиғыр уҡыны

Эдуард Голодько әрмелә хеҙмәт иткәндә үк хәрби булырға ҡарар итә. Шул ваҡыттан алып "Ватанды һаҡлау" уның һөнәре булып ҡала. Бер йыл элек Эдуард ҡаты яралана. Батырлыҡ ордены – уның хәрби ҡаҙаныштарына ҙур баһа. Хәҙер өлкән сержант демобилизацияға әҙерләнә һәм артабанғы тормошон "Ватанды һаҡлаусылар" фонды менән бәйләргә ниәтләй.

Олег Мөфтәхетдинов хәрби задание ваҡытында ҡаты яралана. Батырлыҡ ордены, генерал Шайморатов, "Артемовскиҙы азат иткән өсөн", "Хәрби хәрәкәттәр ветераны" миҙалдары һәм башҡа наградалар уның батырлығы һәм ныҡышмалылығы тураһында һөйләй. Хәҙер Олег – "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалының социаль координаторы. Ул үҫеп килгән быуынға батырлыҡ дәрестәре алып бара һәм ныҡлап спорт менән шөғөлләнә. Ханты-Мансийскиҙа ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй Ватанды һаҡлаусылар Кубогында республика йыйылма командаһы ағзаһы ике алтын миҙал яулай. Шулай уҡ Олег Мөфтәхетдинов Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәтенең спорт министры вазифаһын биләй.

Шамил Ғәлимйәнов – "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан буйынса филиалының иң йәш социаль координаторы. Уның иңендә – әрме хеҙмәте, хәрби тәжрибә, яраланыу, реабилитация, ә алда яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡыуын тамамлау һәм артабан юғары уҡыу йортонда белем алыу бурысы тора. Фонд филиалында эшләүҙе Шамил алғы һыҙыҡ менән сағыштыра, ә үҙенең төп бурысы тип социология һәм психология буйынса күнекмәләрҙе һәм белемде үҙләштереүҙе иҫәпләй.

"Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ. Алдан консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02. Салауат районының "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы социаль координаторы булып Бәҙретдинов Илгиз Илдус улы эшләй. Ул Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт адресы буйынса урынлашҡан, телефоны: 8-937-342-59-31.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас