Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
6 Май 2025, 22:55

Өфө колледждары студенттары Еңеү эстафетаһында ҡатнашты

6 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған 76-сы еңел атлетика эстафетаһы үтте.

Өфө колледждары студенттары Еңеү эстафетаһында ҡатнашты
Өфө колледждары студенттары Еңеү эстафетаһында ҡатнашты

Ярыштарҙа спорт ветерандары, мәктәп, колледж һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусылары, кадеттар, эшләүсе йәштәр һәм сәләмәт тормош алып барыусылар ҡатнашты.

Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы студенты Элина Хәбибуллина эстафетала беренсе тапҡыр ҡатнаша. Уның өсөн дистанцияны үтеүе ауыр булмаясаҡ, сөнки ҡыҙ беренсе кластан уҡ еңел атлетика һәм полиатлон менән шөғөлләнә.

- Еңеү эстафетаһы бик мөһим, мин уның барлығына шатмын һәм унда ҡатнашырға өлгөрҙөм. Сөнки был спортты үҫтереү генә түгел, илебеҙ өсөн көрәшкән ветерандарға һәм һуғышта һәләк булған кешеләргә хөрмәт тә, - тине Элина "Молодежная газета" баҫмаһына.

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Елизавета Бочкарева Еңеү эстафетаһында беренсе йыл ғына ҡатнашмауын белдерҙе.

- Беҙҙең колледж өсөн был инде традиция. Йыл һайын ҡатнашырға тырышабыҙ. Ярышып беҙгә тыныслыҡ бүләк иткәндәрҙе хөрмәтләйбеҙ. Һуғыш һәм азатлыҡ өсөн көрәшкәндәрҙе иҫтә тотоу мөһим. Минең өсөн Еңеү - ул календарҙағы дата ғына түгел, ул батырлыҡ, сыҙамлыҡ, фиҙаҡәрлек символы. Эстафета - уларға рәхмәт белдереү мөмкинлеге ул, - ти студент ҡыҙ.

Сара Өфө хакимиәте, баш ҡаланың физик культура һәм спорт буйынса идаралығы һәм "Молодежная газета" редакцияһы ярҙамында уҙғарылды.

Фото: "Молодежная газета".

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас