Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
6 Май 2025, 22:20

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Бөгөн илдә бер үк ваҡытта Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы 80 Мәңгелек ут һәм Хәтер уттары ҡабыҙылды. 

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды
Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Күләмле акция барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Саҡмағош районы Саҡмағош ауылының Еңеү паркында Мәңгелек утты ҡабыҙыу тантанаһында ҡатнашты.

«9 Май алдынан бөтә ил буйынса Мәңгелек ут тоҡана. «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыусыларҙың береһе беҙҙең Саҡмағош булыуы бик мөһим һәм ғәҙел, – тип белдерҙе социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров. – Саҡмағош районынан ун меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Уларҙың алты меңе өйҙәренә әйләнеп ҡайтмай - һәләк була, хәбәрһеҙ юғала. Саҡмағош ере өс Советтар Союзы Геройының, Дан орденының тулы кавалерының тыуған ере.

Бөгөн Саҡмағош районы яугирҙәре махсус хәрби операцияла үҙ бурысын лайыҡлы үтәй. Беҙ улар өсөн доға ҡылабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ һәм, әлбиттә, өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтәбеҙ».

«Еңеү утын һаҡлайбыҙ» акцияһын «Газпром» Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса үткәрә. Быйыл Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә бөтәһе 130-ҙан ашыу мемориал селтәрле тәбиғи газға тоташтырыласаҡ. 80-е-бөгөн ҡабыҙылды.

«Республикала Мәңгелек уттар күп, һәм беҙ «Газпром» компанияһына уларҙы хеҙмәтләндергәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Ватанды яҡлап ғүмерен биргән һәр кемгә хөрмәт. Был еңеү символы һәм балаларыбыҙҙы, йәштәребеҙҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙең мөһим өлөшө. Әгәр үҙ тарихыңды иҫләмәһәң, геройҙарҙы хөрмәтләмәһәң, ысын граждан үҫтереп булмай, – тине республика етәксеһе. – Барыбыҙ өсөн дә яҡынлашып килгән, беҙҙең өсөн иң мөһим байрам менән! Тыныслыҡ, изгелек һәм именлек».

Фото: Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһенән.

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды
Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас