Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
29 Апрель 2025, 14:45

"Йөрәктәрҙә еңеү яҙы"

Арҡауыл ауылы балалар баҡсаһында Еңеүҙең 80 йыллығына “Еңеү көнө” иртәлеге уҙҙы

"Йөрәктәрҙә еңеү яҙы"
"Йөрәктәрҙә еңеү яҙы"

Арҡауыл ауылы балалар баҡсаһында Еңеүҙең 80 йыллығына “Еңеү көнө” иртәлеге уҙҙы. Сараға район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Арҡауыл ауыл биләмәһе башлығы Замир Ғәлиуллин һәм район гәзиттәре журналистары сыҡырылды.
Хәрби форма кейгән малайҙар һәм ҡыҙҙар һуғыш тураһында йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар башҡарҙы. Сараны әҙерләүҙә тәрбиәсе Гүзәлиә Ғайнанова һәм музыка етәксеһе Гөлназ Мөхәмәтйәнованың тырышлығы ҙур. #Победа80

Автор: Лиана Валиуллина
Читайте нас