Новости
24 Апреля , 06:39

Мутлашыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре"н вата

Яңы схема беҙҙең районға ла килеп етте

Мутлашыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре"н ватаМутлашыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре"н вата
Мутлашыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре"н вата

Яңы схема беҙҙең районға ла килеп етте. Мутлашыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында башҡаларҙың иҫәп яҙмаларына инеп, микрокредиттар ала һәм спортҡа ставкалар ҡуя. Быны ҡорбан белмәй ҙә ҡала. Районда ошондай бер-нисә осраҡ теркәлде лә инде. Билдәһеҙ кешеләр уларҙың "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына инеү мөмкинлеген алған. Бәхеткә күрә, улар кредиттар рәсмиләштереп өлгөрмәгән. Иҫәп яҙмаһының хужалары
был ҡырын эште ваҡытында күреп ҡалып, тиҙ генә полицияға мөрәжәғәт иткән.

Нисек ҡорбан булмаҫҡа? "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ (СМС аша инеү). Иҫәп яҙмаһына кереү тарихын даими тикшерегеҙ, паролде телефонда һаҡламағыҙ һәм бер кемгә лә ебәрмәгеҙ. Ғәҙәти булмаған хәл күрһәгеҙ — шунда уҡ паролде үҙгәртегеҙ йәки полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Һаҡ булығыҙ һәм туғандарығыҙға ла әйтегеҙ.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас