Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2021, 11:02

Йәше лә, олоһо ла ҡатнашты

14 ноябрҙә рәсми рәүештә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланды.

Йәше лә, олоһо ла ҡатнашты
Йәше лә, олоһо ла ҡатнашты

14 ноябрҙә рәсми рәүештә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланды. Росстат илдә пандемия менән бәйле ауыр шарттар булыуға ҡарамаҫтан, уның яҡшы һөҙөмтәләре хаҡында һөйләй. Халыҡ иҫәбен алыу теүәл бер ай дауам итте - ул 15 октябрҙә башланғайны. Уның беренсе этабы йомғаҡтары 2022 йылдың 31 майына тиклем, икенсеһе 2022 йылдың 31 декабренә тиклем баҫыласаҡ.
Салауат районы буйынса халыҡ иҫәбен алыу уполномоченныйы Көнһылыу Ғәлиева хәбәр итеүенсә, пандемия булыуға ҡарамаҫтан иҫәп алыусылар үҙҙәренең участкаларындағы һәр кемгә барып етергә тырышты. Йәше, кәйефе һәм энергия төрлөлөгө менән бер-береһенән айырылып торған кешеләр менән эшләү ҙә еңел түгел. Әммә уларҙың күбеһе Тыуған илебеҙ өсөн мөһим булған масштаблы кампанияға ыңғай ҡарашта булғанын белдерҙе.
15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланған көндә Шәрип ауылында йәшәүсе Зәйнәп Хаҙыева 102 йәшен билдәләне. Тормошто яратыуы, ихласлығы менән айырылып торған Зәйнәп Сәләх ҡыҙы был сарала ҙур теләк менән ҡатнашты. Шулай уҡ иҫәп алыусыларҙың һорауҙарына хеҙмәт ветераны 90 йәшлек Рәхимйән Шакиров та яуап бирҙе.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: