Бөтә яңылыҡтар

БЛАГОВАРҘА ЗАМАНСА КИТАПХАНА АСЫЛА

Августа Благовар районында Үҙәк модель китапхана асыла. Ремонт эштәре ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Августа Благовар районында Үҙәк модель китапхана асыла. Ремонт эштәре ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Китапхана директоры Ангелина Шиль әйтеүенсә, күп функциялы залдарға, локацияларға эйә булған өр-яңы китапхана сафҡа индереләсәк. Бында китап һөйөүселәр, шул иҫәптән айырым ихтыяжлы кешеләр өсөн модернизацияланған киңлектәр барлыҡҡа киләсәк. Фәнни һәм художестволы йөкмәткеле заманса мәғлүмәт ресурстарынан файҙаланыу, һанлаштырылған ваҡытлы матбуғат менән танышыу мөмкинлеге бар. Модель китапхана юғары тиҙлекле интернет, “Милли электрон китапхана”ға тоташыу нөктәһе менән йыһазландырыла.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда 2024 йылға тиклем “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы, 20 яңы быуын китапханаһы барлыҡҡа киләсәк.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: