Бөтә яңылыҡтар

ҺАНЛАШТЫРЫУ ДАУАМ ИТӘ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә республиканың медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар, программалар, сервер системалары менән тәьмин итеү тормошҡа ашырыла.

Ағымдағы йылдың июненә Башҡортостандың медицина ойошмаларына йәмғеһе 2312 принтер һәм 1912 күп функциялы ҡорамалдар килтерелгән. Дөйөм суммаһы 597,4 миллион һум тәшкил иткән 16 контрактҡа ҡул ҡуйылған.
Ғөмүмән, “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектын 2020 йылда тормошҡа ашырыу өсөн 1 594,05 миллион һум ҡаҙна сараһын тотоноу күҙаллана, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 1 562,17 миллион һум.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тармаҡты һанлаштырыу халыҡ өсөн медицина ярҙамын уңайлы һәм сифатлы итә. Унан тыш, “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә өс йыл эсендә йәмғеһе ике меңдән ашыу ауыл һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы сымлы һәм сымһыҙ технологияларға тоташтырыласаҡ.
"Башҡортостан"(Г. Балтабаева)
Фото: medrussia.org
Читайте нас в