Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Март 2025, 12:23

Һөт кухняһы – ғаиләләргә ярҙам

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала 2019 йылдан алып “Һөт кухняһы” эшләп килә.

Һөт кухняһы – ғаиләләргә ярҙам
Һөт кухняһы – ғаиләләргә ярҙам

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала 2019 йылдан алып “Һөт кухняһы” эшләп килә.
Был программаға ярашлы, ауырлы ҡатындарға, имеҙеүсе әсәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған өс йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ опекаға алынғандарға бушлай һөт продукциялары биреү ҡаралған.
“Һөт кухняһы”н уҙған йылда республикала 27 904 кеше алған. Шул иҫәптән 486 ауырлы ҡатын, 621 имеҙеүсе әсә, 3 йәшкә тиклемге 25 616 бала һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 1181 ғаилә ағзаһы.
Салауат районында һөт продукцияһын барыһы 250 кеше ала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һигеҙ яугирҙең дә ғаиләһенә бирелә. Продукция Малаяҙ ауылында урынлашҡан “Һөт кухняһы” киоскыһына дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә Ҡыйғы районынан килтерелә. Бөтә продукттар ҙа яһалма өҫтәмәләрһеҙ һәм май кимәле тәбиғи нормалаштырылған һөттән әҙерләнә. Ғаиләләргә йогурт, эремсек, һөт, ә айына бер тапҡыр бутҡалар һәм ҡатнашмалар бирелә. Ауырлы һәм бала имеҙгән әсәләр ҡоро ҡатнашмалар менән тәьмин ителә. Бынан тыш, был тауарҙарҙы теләгән һәр кемгә ҡулайлы хаҡтарға һатып алырға мөмкин. Киоскыла һөт продукцияһын таратыусы Фроза Ғәзизова үҙ эшен яратып башҡара.
“Һөт кухняһы” продукцияһының сифаты федераль кимәлдә уңышлы билдәләнде. 2024 йылдың мартында Башҡортостандың “Һөт кухняһы” яңы өлгөлө Рәсәй сифат системаһы – “Хәләл” сертификатын алды.
– Рәсәйҙә балалар өсөн һөт ризыҡтары етештереүселәр араһында беҙ алдынғы. Был сертификат “Һөт кухняһы” продукцияһының юғары сифатлы булыуын, предприятиеға ышанырға мөмкин икәнен раҫлай. Эремсек, йогурт, һөт составында тыйылған буяуҙар һәм өҫтәмәләр юҡ, – тине Башҡортостан Башлығы.
Абдулла ӘХМӘТШИН, Нәсибаш ауылы фермеры:
– "Һөт кухняһы"ның эшен хуплайым. Күп балалы атай булараҡ, балаларға аҙыҡ-түлектә һөт продукцияһының бөтә ассортименты кәрәклеген яҡшы беләм. Беҙ үҙебеҙ ҙә фермер хужалығында халыҡты һөт менән тәьмин итеүгә баҫым яһайбыҙ. Башҡортостандың "Һөт кухнялары" селтәре менән хеҙмәттәшлек итеүгә шатбыҙ.

Автор: Лиана Валиуллина
Читайте нас