Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская парламент уҡыуҙарында, ҡоролтай депутаты Айбулат Хажиндың һорауына яуап биреп, ошо сумманы иғлан итте. 11,5 миллиард һум кампус төҙөлөшөн тамамлауға һәм уның операция килемен финанслауға йүнәлтелә. 7 миллиард һум бүлеү раҫланған, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.
Кампус төҙөлөшө шул тиклем тиҙ бара, хатта ҡайһы берҙә финансланып өлгөрмәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кампус Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Эталон" компаниялар төркөмө араһында 2022 йылдың аҙағында ҡул ҡуйылған концессия килешеүе буйынса төҙөлә. Кампустың беренсе сираты - IQ-парк эшләй башланы, ә икенсе сиратына геном үҙәге, дөйөм ятаҡтары менән төп бина, лабораториялар һәм башҡа ҡоролмалар инәсәк.
Фото: Альберт Заһиров, "РБ".