– 2019 йылдан "Экология" милли проекты сиктәрендә республикала 80 мең гектар урман ултыртылды. Яңы ултыртылған һәм һәләк булған ағастар араһындағы баланс 111 процент тәшкил итә. Быйылға килгәндә, күрһәткестәр юғарыраҡ: 13,5 мең гектар һәләк булған һәм киҫелгән ағас булһа, 15,5 мең гектарҙа урман үҫтереү эшен башҡарҙыҡ. Баланс 114,8 процент тәшкил итә.
Ултыртыу материалдарына килгәндә, 2022 йылдан уларҙың 20 проценты тамыр системаһы ябыҡ булған үҫентеләр булырға тейеш тигән талап бар. Беҙ ошо талапты үтәп килдек. Быйыл был күрһәткес планы үтәлгән – 23 процент. 1260 гектарҙа ябыҡ тамыр системалы үҫентеләр ултыртылған. Киләһе йылда талаптар ҡатыраҡ буласаҡ – 30 процент, – тип белдерҙе республиканың урман хужалығы министры.
Уның һөйләүенсә, республикала 2,5 мең ер фонды арендаторы эшләй. Төп эшмәкәрлектәр рекреация менән бәйле. Был урманды ял, туризм өсөн файҙаланыу. Быға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан туризм тармағына булдырылған ярҙам саралары һәм гранттар булышлыҡ иткән. Артабан килешеүҙәр һаны буйынса ауыл хужалығы килә. Нигеҙҙә, ул умартасылыҡ һәм башҡорт балы бренды менән бәйле. Ағас әҙерләү йүнәлешендә 230-ҙан ашыу килешеү төҙөлгән. Бының өсөн 1,5 миллион гектар урман тапшырылған.
2017 йылдан урман фондына контроль йыһан мониторингы ярҙамында башҡарыла. 2018 йыл менән сағыштырғанда законһыҙ киҫелгән ағас күләме ике тапҡырға кәмегән. Быйыл, былтырғы менән сағыштырғанда, 25 процентҡа кәмеү күҙәтелә. Инспекторҙарҙың матди-техник базаһын яңыртылған. 100-ҙән ашыу патруль машинаһы, квадроцикл, йөк машинаһы һатып алынған.
Урман янғындарына килгәндә, 16 пилотһыҙ осоу аппараты алыуға контракт төҙөлгән. Федераль проектҡа ярашлы, 900-ҙән ашыу машина, ҡорамалдар, инвентарь һатып алынған. Был урман янғынын һүндереүселәрҙе 100 процентҡа йыһазландырыу мөмкинлеген бирҙе. Видеомониторинг системаһы эшләй, тағы ла 10 камера ҡуйыласаҡ.
– Быйыл "Экология" милли проекты өсөн һуңғы йыл булды. Киләһе йылда "Экологик именлек" тип аталған яңы милли проект тормошҡа ашырыласаҡ. Яңы йылда беҙ яңы проект буйынса эш башлайбыҙ, шул иҫәптән "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проектына ярашлы эште дауам итәбеҙ, – тип Марат Шәрәфетдиновтың һүҙҙәрен килтерә “Ҡызыл таң” гәзите.
Салауат урман хужалығының бүлек начальнигы Фәнис Ғәйнетдинов һүҙҙәренсә, Салауат районында урмандарҙы тергеҙеү буйынса план арттырып үтәлгән. Йыл һайын, “Йәшел Башҡортостан”, “Урмандарҙы һаҡлайыҡ”, “Хәтер баҡсаһы” дөйөм акцияларға ярашлы, яҙлы-көҙлө ағастар ултыртыла. Урман хужалығының үҙенең питомнигы ла бар. Урман янғындарына юл ҡуйылмаған, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында алынған техниканың ярҙамы ҙур. Улар менән даими патруллек итеү һөҙөмтәһендә рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу күләме йыл һайын кәмей. “Экологик именлек” яңы милли проектын тормошҡа ашырыуға урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре әҙер.
Автор фотоһы, редакция архивынан.