Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Август , 16:57

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы яңы машиналар алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Салауат районы Малаяҙ үҙәк дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдиновҡа 5 яңы автомобиль асҡысын тапшырҙы. 

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы яңы машиналар алды
Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы яңы машиналар алды

Яңы автомобилдәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Башҡортостан Республикаһының беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу” төбәк программаһы сиктәрендә алынды.

“Был автомобилдәр, медицинаны һәр кемгә мөмкин тиклем яҡынайтыуға булышып, беҙҙең халыҡҡа хеҙмәт итәсәк. Поликлиникаға йәки дауаханаға үҙ аллы барып етеүе ауыр булғандарға ярҙам итеү өсөн, терапевтар һәм педиатрҙар пациенттарының өйҙәренә килә алһын өсөн. Был мөһим эш, беҙ уны дауам итәбеҙ – йыл аҙағына тиклем тағы ла 70 машина көтөлә. Беҙҙең медицина технологик яҡтан тағы ла үҫешкәнерәк, иң мөһиме, кешеләргә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булһын”, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

– Яңы машиналар мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарға йөрөү өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ табиптарға һәм педиатрҙарға пациенттарға тиҙ арала барырға, анализдарҙы килтерергә һәм кешеләрҙе дауалау учреждениеларына алып килергә мөмкинлек бирәсәк. Улар уңайлылығы менән айырылып тора, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, – тип хәбәр итте баш табип Рудольф Фәхретдинов. – Былтыр дауаханаға – биш “Lada Niva Travel”, ә быйыл яҙ ике “Лада Гранта” биргәйнеләр. Бына тағы беҙҙең автопарк шундай маркалы биш автомобиль менән тулыланды.

Фото: Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы.

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: