Бөтә яңылыҡтар

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Бадма Башанкаев Өфөнөң геронтология үҙәгендә булды

Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Бадма Башанкаев комитеттың күсмә ултырышы сиктәрендә Өфөнөң "Именлек" геронтология үҙәге төҙөлөшө менән танышты.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Бадма Башанкаев Өфөнөң геронтология үҙәгендә булды
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Бадма Башанкаев Өфөнөң геронтология үҙәгендә булды

Ул "Демография" милли проекты буйынса федераль аҡсаға төҙөлгән үҙәктең яңы корпусын ҡараны. Был Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылының төп төҙөлөштәренең береһе, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

Пансионатта биналарҙы биҙәү эштәре бара. Парламентарийҙар "Именлек" үҙәге тәрбиәләнеүселәре - оло йәштәгеләр һәм инвалидтар менән аралашты.

- Тәрбиәләнеүселәрҙең уртаса йәше - 79 йәш. Үҙәктә бөтә шарттар ҙа булдырылған, ирекмәндәр килә, концерттар, лекциялар, финанс грамоталылығы буйынса курстар үтә. Беҙҙең маҡсат - үҙәктә тәрбиәләнеүселәрҙең сифатлы тормошо өсөн шарттар булдырыу, үҙ аллы йәшәргә теләүселәргә ярҙам итеү. Хәҙер ғаиләләр оло йәштәге граждандарҙы опекаға алыу мөмкинлегенә. Бының өсөн бигерәк тә олатай-өләсәйҙәре булмаған балалар шатланасаҡ. Уларға оло йәштәгеләр менән аралашыу - айырыуса бәхет, - тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Министр Башҡортостанда 2022 йылдан ғәмәлгә ашырылған психоневрологик интернаттарҙы һәм дөйөм типтағы йорт-интернаттарҙы реформалаштырыу буйынса юл картаһы хаҡында һөйләне. Был программа ярҙамында 23 тәрбиәләнеүсе юристар ярҙамында эшкә һәләтлелеген тергеҙә, 181 кеше эшкә урынлаштырыла, 10-ға яҡын тәрбиәләнеүсе колледждарҙа белем ала. Республика практикаһын Рәсәйҙең ун ике төбәге вәкилдәре өйрәнергә ниәтләй.

Фото: Гөлназ Шәйхетдинова, "РБ".

 

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: