“Муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын бойомға ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла уйларға кәрәк, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә”, – тип билдәләне Радий Хәбиров республикала эш башлағанда.
Был төҙөк парктарҙы, скверҙарҙы, ял зоналарын, яҡшы үҫешкән инфраструктураны һәм мәҙәни саралар менән файҙаланыу мөмкинлеген үҙ эсенә ала.
Бөгөн район үҙәге – Малаяҙ ауылында, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, Коммунистик урамын төҙөкләндереү дауам итә. “Салауат” кафеһынан алып Шәрҙәле йылғаһы күперенә тиклем тротуар яңыртылып, унда эскәмйәләр, фонарҙар һәм сүп һауыттары ҡуйылып, ял зонаһы эшләнәсәк. Бынан тыш, Малаяҙ ауылы үҙәгендәге Мәҙәниәт һәм ял паркына ла яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыласаҡ. Был парк 2020 йылдың октябрендә асылғайны. 2022 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Малаяҙ ауылының Көньяҡ-көнсығыш микрорайонында парк төҙөлдө. 2023 йылда ошо программа буйынса район үҙәгенең Коммунистик урамы төҙөкләндерелде. Уның айырым участкаларында балалар һәм спорт майҙансығы (1-се Малаяҙ урта мәктәбе эргәһендәге элекке Билдәһеҙ һалдат һәйкәле урынында), ял зонаһы (КБО бинаһы янында) эшләнде.
2021 йылда Арҡауыл ауылында ошо программа ярҙамында парк булдырылды. Парк зонаһында тротуарҙар, туҡталҡалар, ял итеү майҙансыҡтары төҙөү буйынса эштәр башҡарылды. Яҡтыртыу бағаналары ҡуйылған, спорт һәм балалар өсөн ҡорамалдар урынлаштырылған. Хәүефһеҙ резина япма түшәлгән. Шулай уҡ парк территорияһы йәшелләндерелде. Ял итеү майҙансыҡтарында эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылды, сәхнә эшләнде.
2020 йылда Мөрсәлим ауылында ял зонаһы төҙөлдө. Унда спорт майҙансыҡтары ла эшләнде. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға мемориал ҡуйылды.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы, Янғантау ауылында 2025 йылда ял зонаһы эшләнәсәк. Программа буйынса Интернетта быйылғы тауыш биреү һөҙөмтәһендә Салауат районы тәҡдим иткән өс проекттан Янғантау ауылы еңеүселәр рәтенә сыҡты. Янғантау ауылында ял зонаһын төҙөкләндереү йәйәүлеләр юлы эшләү, спорт ҡорамалдары, бәләкәй архитектура формалары (парк эскәмйәләре һәм урналар) менән спорт майҙансығын төҙөү һәм яҡтыртыу ҡоролмаларын ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Ошо эштәргә федераль программа буйынса финанс бүленәсәк.
2019–2024 йылдарҙа республиканың тораҡ пункттарында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Күп кенә проекттар федераль аҡса йәлеп итеү иҫәбенә ғәмәлгә ашырылған. Был – республика идара итеү командаһының ентекле һәм көндәлек хеҙмәте һөҙөмтәһе.