Был проект өлкән һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә именлек һәм уңайлыҡ тәьмин итеү ысулы булараҡ тәҡдим ителде. Махсус костюм халыҡтың ошо категорияларының физиология һәм хәрәкәт үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнә.
Эш осрашыуында Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының алдынғы белгестәре, шулай уҡ ошо ғилми продуктты тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһынған етештереү компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәнең төп маҡсаты - махсус кейем әҙерләүҙең техник һәм технологик аспекттарын тикшереү, шулай уҡ уны етештереү ваҡытын һәм этаптарын билдәләү.
БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса юғары уҡыу йорттарының артабанғы хеҙмәттәшлеге һәм оло йәштәгеләрҙең һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк үҙенсәлекле ғилми продукт булдырыу өҫтөндә эш башлау тураһында ҡарар ҡабул ителде.