– Трансформаторҙарҙы ҙур ҡеүәткә алмаштырыу авария хәлендәге һүндереүҙәрҙе булдырмаясаҡ, ҡеүәтте арттырасаҡ, дөйөм майҙаны 103 мең квадрат метрлыҡ комплекстың капиталь төҙөлөшөнөң икенсе сиратын хәүефһеҙ энергия менән тәьмин итәсәк, меңләгән уңышлы студенттарға һәм ғалимдарға эш һәм ғилми эшмәкәрлек өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ, – тип билдәләнеләр Ростехнадзорҙа.
Белгестәр объекттың электр энергетикаһы өлкәһендә хәүефһеҙлек талаптарына тап килеүен билдәләне, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
– Икенсе сират буйынса Геном үҙәген төҙөү буйынса Баш дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы алынды. Әлеге ваҡытта төҙөлөш майҙансығында котлован ҡаҙыу буйынса эштәр дауам итә, монолит тултырыла башланы, – тип аңлатма бирҙе БР төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Сыңғыҙ Хәсәнов.
Белешмә өсөн: Өфөләге вуз-ара кампустың беренсе сираты 2023 йылдың декабрь аҙағында төҙөлөп бөтөп, файҙаланыуға тапшырылды. Республика 25 университет үҙәге төҙөү буйынса Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығының "Фән һәм университеттар" милли проектында ҡатнашты һәм хәҙер проектты тормошҡа ашырыу темптары буйынса алдынғылыҡты биләй.
Фото: Ростехзнадзор.